ЕРЕМЕЕВ Вячеслав Юрьевич (10.5.1981, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Бокс б-са  Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2006). “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары М.М.Ғәлләмов, Р.Б.Ғилуанов). Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2005—07) призёры, Югославияла (Белград, 2002) халыҡара турнирҙа еңеүсе, Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (2000). Рәсәйҙең “Олимпия өмөттәре” чемпионатында еңеүсе (2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001—08).

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика