АВИОНИКА (ингл. aviation electronics — авиация электроникаһы), осоу аппараттарының электрон приборҙары, ҡоролмалары, системалары һәм комплекстары йыйылмаһы. А. саралары осоу аппараты хәрәкәтенең параметрҙары, уның агрегаттары һәм системаларының торошо, тирә‑йүндәге һауа һәм метеорологик шарттар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үлсәү, үҙгәртеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. А. составына түбәндәгеләр инә: осоу һәм энергия ҡулайламаһының тартыуы (осоуҙың төп фазаларында хәрәкәтте оптимизациялау) м‑н идара итеүҙең электрон‑дистанцион системаһы; электронлы индикация (тактик хәлде һәм техник системаның торошон баһалау өсөн осоу күрһәткестәрен сағылдырыу) системаһы; пилотаж (осоу м‑н идара итеү системаларының башҡарыу элементтары м‑н бәйләнешле эшләй торған һәм осоуҙы планлаштырыусы һәм тәьмин итеүсе датчиктар, иҫәпләгестәр, индикаторҙар һәм идара итеү пульттары йыйылмаһы) һәм навигация (осоу аппараттарының ергә ҡарата торған урынын, тиҙлеген һ.б. навигация параметрҙарын билдәләү өсөн тәғәйенләнгән техник саралар йыйылмаһы) комплекстары; радиоэлектроник ҡорамалдар комплексы (радиолокация һәм радиобәйләнеш); радиоэлектрон көрәш саралары; ғәҙәти булмаған хәлдәр т‑да иҫкәртеү, ҡоралдар м‑н идара итеү, бәйләнеш саралары м‑н идара итеү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм идентификациялау системалары. А. сараларын интеграциялау бер‑береһенә буйһоноп эшләүсе бер иш булмаған күп машиналы борт иҫәпләү комплексы (осоу м‑н идара итеү, навигация, борт системаларының эшләүен һәм контролен тәьмин итеү, автоматик идара мәсьәләләрен хәл итеү) сиктәрендә башҡарыла.

Башҡортостанда А. пилотаж‑навигация һәм иҫәпләү саралары 1960 йй. алып уйлап табыла һәм етештерелә. Навигация комплекстарын уйлап табыусы һәм Рәсәйҙә цифрлы иҫәпләү борт машиналарын һәм автопилоттарҙы етештереүсе төп пр‑тиеларҙың береһе булып Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе тора. 70‑се йй. башынан “Молния” ҒПП‑нда осоу аппараттарының энергия ҡулайламалары м‑н идара итеү өсөн тәғәйенләнгән цифрлы борт иҫәпләү машиналары эшләнә. 80‑се йй. уртаһынан РФ‑та етештерелгән пилотаж комплекстарының 90%‑ы ӨПЭПБ‑ла һәм “Молния” ҒПП‑нда сығарыла.

В.Н.Ефанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.