ДМИТРИЕВ Николай Константинович (28.8.1898, Мәскәү — 22.12.1954, шунда уҡ), тел белгесе. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Пед. фәндәре академияһы акад. (1945), филол. ф. д‑ры (1938), проф. (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑Ÿарының атҡ. фән эшмәкәре. МДУ‑ны (1920), Мәскәү шәрҡиәт ин‑тын тамамлаған (1922). МДУ эргәһендәге Рәсәй ижт. фәндәр ҒТИ‑лары ассоциацияһы хеҙм‑ре (1921—25); Мәскәү шәрҡиәт ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре (1923—25); Ленинград көнсығыш ин‑тының төрөк теле каф. мөдире (1925—38); ЛДУ‑ның төрки филол. каф. мөдире (1926—48); СССР ФА Ленинград тел һәм фекерләү ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре (1926—36); МДУ‑ның төрки филол. каф. (1928—54) һәм филол. ф‑тының көнсығыш бүлеге (1949—54) мөдире; РСФСР Пед. фәндәре академияһы Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның (1935—54) һәм СССР ФА Тел ғилеме ин‑тыныœ (1938—54; икеһе лә — Мәскәү) төрки телдәр секторы мөдире. Ватан төркиәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы, байтаҡ төрки телдәргә, ш. иҫ. башҡорт теленә (ҡара: “Башҡорт теленең грамматикаһы”) фәнни тасуирлама бирә. 1928—29 йй. СССР ФА Башҡортостан комплекслы экспедицияһының БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны б‑са лингв.-фольклор ярым отряды етәксеһе. Д. мөхәррирлегендә “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” (“Башкирские народные сказки”; 1941), “Урыҫса‑башҡортса һүҙлек” (“Русско-башкирский словарь”; 1948) нәшер ителә. Милли мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу методикаһының лингв. нигеҙҙәрен эшләгән. Д. исеме Өфөләге урамға бирелгән, БДПУ‑ла Д. арналған Мемориаль фәнни кабинет эшләй. 

Хеҙм.: Варваризмы в башкирской речи //Записки коллегии востоковедов при Азиатском музее АН СССР. Т.4. Л., 1929; Арабские элементы в башкирском языке //Там же. Т.5. Л., 1930; Строй тюркских языков. М., 1962.

Әҙәб.: Профессор Н.К.Дмитриев и башкирская филология. Уфа, 1998; Н.К.Дмитриев. К 100‑летию со дня рождения. М., 2001.

 

Т.М.Ғарипов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке