ДАУЫТОВ Рөстәм Хәзит улы (28.11.1965, Өфө), спортсы. Шахмат б-са халыҡ-ара гроссмейстер (1989). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Н.Васильев, Х.М.Дауытов, В.И.Лойша), 1996 й. алып Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының көмөш (Истанбул ҡ., 2000), Европа чемпионатының бронза (1999) призёры. 30‑ҙан ашыу халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе. СССР Ҡораллы Көстәре чемп. (1986). Үҫмерҙәр араһында СССР чемп. (1983).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке