ДАВЫДОВ Виталий Викторович (12.2.1941, Пенза ҡ.), спортсы. Радиоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979). Киев политехник ин‑тын тамамлаған (1979). ДОСААФ радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Г.В.Нехорошев). Радиоэлемтә б‑са ҡыҫҡа тулҡындарҙа ситтән тороп ярышыуҙа донъя (1974), Европа (1972), СССР һәм РСФСР (1973) чемп.; Австралияла, АҠШ‑та, ГФР‑ҙа (бөтәһе лә — 1972), Колумбияла (1973—74) халыҡ‑ара ярыштарҙа еңеүсе. Азия рекордсыһы (1971—74). РСФСР‑ҙың йыйылма командаһы ағзаһы (1971—75).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке