ГРУШИНА Лира Рим ҡыҙы (1.6.1967, Өфө), тренер. Фехтование б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2006) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1984). БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2002). Омск физик культура ин‑тын тамамлаған (1989). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.И.Емельянов, Г.М.Сорокина). Шәхси зачётта РСФСР кубогын яулаусы (1990), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1990) һәм бронза (1987) призёры. 1985 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң, 1989 й. — 4‑се СДЮСШОР‑ҙың, 1994 й. — 19‑сы СДЮСШОР‑ҙың уҡытыусы-тренеры (2009 й. башлап дир.), бер үк ваҡытта 2001—10 йй. Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары А.С.Иванов, Д.В.Петров,  ш. уҡ 26 Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика