ГРЕЧИШНИКОВА Евдокия Юрьевна (9.12.1982, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте (тренерҙары А.В.Гривцов, П.Е.Судовиков, В.М.Сухарев) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта Донъя Кубоктары этаптары еңеүсеһе (2005, 2010), Европа (2007) һәм Рәсәй (2011) чемп., Европа чемпионатының бронза призёры (2009); команда зачётында донъя (2005), Европа (2004, 2012) һәм Рәсәй (2004, 2009—10) чемп., Европа чемпионаттарының көмөш (2007, 2009) һәм бронза (2003, 2008) призёры, донъя чемпионаттарының бронза призёры (2001—02, 2011); эстафетала донъя (2010) һәм Европа (2004) чемп., ҡатнаш парҙар ярышында донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Үҫмер спортсылар араһында команда зачётында (2000, 2002) һәм эстафетала (2003) донъя чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2008, 2012). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика