АВИЖАНСКАЯ София Александровна (5.12.1920, Петроград), фольклорсы, этнограф, музей белгесе. Филол. ф. канд. (1946). ЛДУ‑ны тамамлаған (1942). 1945—80 йй. СССР халыҡтары этнографияһы музейы (Ленинград) ғилми хеҙм‑ре, сектор мөдире, дир. урынбаҫары. 1956—69 йй. Башҡортостан буйлап 5 этнографик экспедицияла ҡатнаша, улар барышында традицион биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре, башҡорт кейеме элементтары коллекциялары һ.б. йыйыла. Башҡорттарҙың биҙәүҡулланма сәнғәте (биҙәкләп бәйләү, металды художестволы эшкәртеү һ.б.) б‑са хеҙмәттәр авторы.

Хеҙм.: Этнографические коллекции по башкирам Государственного музея этнографии народов СССР //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962 (авторҙ.); Декоративно‑прикладное искусство башкир. Уфа, 1964 (авторҙ.); Народное искусство башкир: альбом. Л., 1968 (авторҙ.).

А.М.Решетов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018