“ГЕРАКЛ”, спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. асыла. Тренажёр залы, массаж кабинеты һ.б. бар. Ауыр атлетика, бодибилдинг, пауэрлифтинг секциялары эшләй. “Г.” 20-гә яҡын Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Р.Байков, С.Д.Бочко, Р.Р.Ғәҙиев, Р.Я.Казаков, О.А.Руденко, В.В.Әхмәҙуллин, ветерандар араһында ауыр атлетика б-са донъя чемп. (2000) С.В.Горшков. “Г.” м-н тренерҙар Горшков, Ғәҙиев, Руденко, В.С.Сухоруков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика