ҒӘЛИУЛЛИНА Лиә Әсхәт ҡыҙы (10.5.1970, Өфө), спортсы. Самбо б-са  Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы һәм БДАУ спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А.Рябов). Самбо б-са донъя һәм РСФСР (икеһе лә — 1991), Рәсәй (1997) чемп., донъя (1997) һәм Рәсәй (1994) чемпионаттарының көмөш призёры, РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1990). Ҡыҙҙар араһында самбо б-са СССР беренселегенең көмөш призёры (1989). Дзюдо б‑са Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1995), СССР (1991) һәм Рәсәй (1992) Ҡораллы көстәре чемпионы. СССР (1989 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993–97) йыйылма командалары ағзаһы. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика