ҒӘЛИМОВ Марсель Рәмил улы (23.9.1972, Өфө), спортсы. Бокс б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2003). “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Ш.Бәшәров, Ю.В.Шокуров). Рәсәй (1996, 1998) һәм Рәсәй кубоктары (1997—98) чемпионаттарының бронза призёры. Янғын һүндереүселәр һәм полицейскийҙар араһында донъя чемп. (1999, 2001), Рәсәй ЭЭМ‑ы (1999—2002, 2005) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре (1996, 1999) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—99).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.