ҒӘЙНЕТДИНОВ Дмитрий Валерьянович (19.6.1978, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Урал физик культура акад. тамамлаған (2001). “Ағиҙел” олимпия әҙерлек үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары О.В.Комин, Р.Н.Латипов, А.С. Пасечников). Төркөмдәр уҙышында Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (3 тапҡыр, 2000), Рәсәй чемп. (1999), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (2002) призёры. Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998— 2005). 2006 й. алып велосипед спорты б‑са СДЮСШОР уҡытыусы‑тренеры.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика