ҒАРИФУЛЛИН Рөстәм Рәфис улы (20.5.1978, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Аҫау а.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2006). РОСТО спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры М.З.Мөҙәрисов). 2002—07 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Ә.Ә.Ғүмәров). Биатлон б‑са 12,5 км уҙышта һәм спринтта Паралимпия уйындары чемп. (2006), дөйөм зачётта Донъя кубогын яулаусы (2006), спринтта Донъя кубогы этабы еңеүсеһе һәм 12,5 км уҙышта донъя чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2005). Саңғы ярышы б‑са эстафетала Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2006) һәм донъя чемп. (2005). Йәйге биатлон б‑са Европа чемп., Европа Кубогы этаптарының 3 тапҡыр еңеүсеһе, Европа чемпионатының бронза призёры (бөтәһе лә — 1997). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—07). Дуҫлыҡ (2008), Салауат Юлаев (2006) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика