АВИАЦИЯ-ТЕХНИК СПОРТ КЛУБЫ. Күмертау авиация производство предприятиеһына ҡарай. 1971 й. асыла. Күмертау авиация производство предприятиеһының “Воротыновка” аэродромында 2 Ан-2 самолёты, осоу техникаһы һәм тренажёрҙар өсөн ангарҙары бар (2010). Парашют спорты секцияһы эшләй. Клуб командаһы — парашют спорты б‑са СССР Кубогын яулаусы (1984), РСФСР (1989—91) һәм Рәсәй (1992, 1997, 2006) чемп., Рәсәй спорт-техник оборона ойошмаһы командалары араһында 8 тапҡыр Рәсәй чемп. (икебәйгелә; 1989—92, 1994—97), “Крылья Родины” (“Ватан ҡанаттары”) ж. призына халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе (1989), БДБ Кубогының (2000, 2002) һәм Рәсәй чемпионатының (1999) бронза призёры, йәштәр араһында Рәсәй чемп. (2003, 2005, 2009), пара-ски б‑са Рәсәй чемп. (1998, 2000, 2004). Классик парашютизм б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы 3 спорт мастеры, 43 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән (2002). Клуб тәрбиәләнеүселәре: С.Е.Журавлёва, А.Н.Сухов, Д.Ю.Шляхов, Донъя кубогын яулаусылар А.В.Барсуков һәм Е.Ю.Торгашева (2005), йәштәр араһында Рәсәйҙең абс. чемп. М.В.Семёнов (2000), А.Л.Кузьмин (2001, 2002), Н.В.Замесина (2004), А.В.Барсуков (2005), М.Ю.Рубцов (2010). Клуб м‑н тренерҙар В.П.Барсуков, А.К.Котенков, В.В.Понамарёв, В.А.Урванцев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.П.Барсуков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018