ҒӘНИЕВ Реналь Рәмил улы (13.1.1985, Өфө), спортсы. Фехтование б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). Башҡ. физик культура ин‑тын (2008), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2011) тамамлаған. 23‑сө СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2002 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 2003—09 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.К.Ибраһимов, Р.И.Әйүпов). Команда зачётында Олимпия уйындарының бронза призёры (2004). Шәхси зачётта Рәсәй чемп. һәм Рәсәй кубогын яулаусы (икеһе лә — 2011), Европа чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2010—11) призёры; команда зачётында Европа (2004), Бөтә донъя универсиадаһы (2007) һәм Рәсәй (2004, 2010—13) чемп., Европа чемпиондары кубогын (2010) һәм Рәсәй кубогын (2011) яулаусы, Европа чемпионаттарының көмөш (2007, 2009—10), донъя (2009) һәм Европа (2011) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында донъя (2003, 2005), Европа (3 тапҡыр, 2002—03), Рәсәй (2003) чемп., донъя беренселектәренең көмөш (2003—04) һәм бронза (2004—05) призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003 й. алып). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2006), Салауат Юлаев орд. (2004) м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика