ҒӘНИЕВ Булат Тәлғәт улы (28.5.1949, ТАССР-ҙың Урыссу ҡсб), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (2004). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009). БДУ-ны тамамлаған (1972), 1980 й. алып БДПУ-ла (2004 й. башлап сит телдәр каф. мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеменең теоретик мәсьәләләренә арналған: һинд-европа телдәре (инглиз, грек, испан, санскрит һ.б.), семит телдәре (ғәрәп, иврит), төрки телдәр (башҡорт, татар, төрөк һ.б.), фин-уғыр телдәре (венгр, фин), ҡытай һәм япон телдәре материалдарында тел һәм телмәр ҡаршылыҡтарын һәм парадокстарын анализлау. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары, авторы.

Хеҙм.: Парадокс: парадоксальные высказывания. Уфа, 2001; Язык. Уфа, 2001; Противоречия в языке и речи. Уфа, 2004.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика