ҒӘЛЛӘМОВА Надежда Викторовна (22.7.1959, БАССР-ҙың Ауырғазы р-ны Көйәҙебаш а.), спортсы. Еңел атлетика б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1994). Стәрлетамаҡ физик культура ин-тын тамамлаған (2007). “Хеҙмәт резервтары” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренерҙары З.Й.Ҡунаҡҡужин, М.З.Ғәлләмов). Шәхси зачёттарҙа шоссела йүгереүҙә СССР чемп. (1989), кросс б-са СССР (1986) һәм Рәсәй (1993) кубоктарын яулаусы, донъя чемпионатының көмөш призёры (1989), 1500 һәм 3000 м йүгереүҙә РСФСР чемп. (1986), 10 км йүгереүҙә СССР чемпионатының көмөш призёры (1990), 5000 м йүгереүҙә СССР (1989) һәм РСФСР (1987) чемпионаттарының бронза призёры, кросс б-са Рәсәй чемпионатының (1996) бронза призёры. Команда зачёттарында кросс (1989—90) һәм экиден (1994) б-са донъя чемп., шоссела йүгереүҙә донъя чемпионатының көмөш призёры (1989), шоссела йүгереүҙә (1990) һәм кроста (1991) донъя чемпионаттарының бронза призёры. СССР (1988 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—96) йыйылма командалары ағзаһы. 2003 й. башлап СДЮСШОР-ҙа (Стәрлетамаҡ) уҡытыусы–тренер.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика