ҒӘЛЛӘМОВ Тимур Фәнил улы (13.5.1980, Ҡазан), спортсы. Самбо б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2008). Шадринск пед. ин-тын тамамлаған (2007). 1-се ДЮСШ (Октябрьский ҡ.; тренеры Р.Ғ.Зәлеев) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта донъя (2006—07) һәм Рәсәй (2006—08) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (2003), донъя (2008) һәм Рәсәй (2004) чемпионаттарының, Рәсәй кубоктарының (2001—02) бронза призёры, А.А.Харлампиев иҫтәлегенә (Мәскәү) һәм Беларусь Респ. Президенты приздарына (Минск; икеһе лә — 2003), РФ Президенты кубогына (Мәскәү, 2007—08) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе; команда зачётында Рәсәй чемп. (2007). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—10).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018