ҒӘЛИЕВ Венер Зәйнулла улы (1.7. 1975, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Универсаль алыш б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006), самбо б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2009) һәм Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). БР-ҙың күренекле спортсыһы (2007). “Содовик” (Стәрлетамаҡ; грек-рим көрәше б‑са тренеры В.Н.Леонтьев) һәм “Уфимец” (тренеры Н.Ю.Мазов) спорт клубтары, 6-сы “Геркулес” СДЮСШОР-ы (алыш самбоһы б‑са тренерҙары Р.М. Ғафаров, В.М.Самсонов) тәрбиәләнеүсеһе. 2003—08 йй. универсаль алыш б-са БР йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай (тренерҙары М.М.Ғәбдрәхимов, С.В.Курбатов). Панкратион б-са донъя (2006), Евразия (2001) һәм Рәсәй (2002) чемп.; универсаль алыш б‑са донъя (2006), Европа (2004) һәм Рәсәй (2006—07) чемп.; алыш самбоһы б‑са донъя һәм Рәсәй чемп. (икеһе лә — 2008—09), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2010); фрифайт (ирекле алыш) б‑са Европа чемп. (2007); ҡул һуғышы б‑са Рәсәй ЭЭМ‑ы чемп. (2005, 2008—09, 2011). Универсаль алыш (2003—08) һәм алыш самбоһы (2008—11) б‑са Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика