ҒАЙСИНА Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.3.1938, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Шишмә а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1984), проф. (1984). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2010), БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1987), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). БДУ-ны тамамлаған (1960), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй (1996—2011 йй. хәҙ. урыҫ тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге телдә лингв.-философик мөнәсәбәт категорияһын һәм релятивлыҡтың семантик категорияһын, телмәр контакты төшөнсәһен һәм уны белдереү системаһы сараларын өйрәнеүгә; когнитив лингвистика, сағыштырма семантика (урыҫ теле, башҡорт теле һәм татар теле материалында) проблемаларына; вузда лингв. дисциплиналарҙы уҡытыуҙың методологик һәм методик мәсьәләләрен эшләүгә арналған. 350-гә яҡын фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт, ш. иҫ. вуз дәреслектәре, авторы. 1987—96 йй. БР‑ҙың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе.

Хеҙм.: Межкатегориальный переход понятий и обогащение лексики. Уфа, 1985; Язык: философия, семантика, синтаксис: сб. избранных трудов. Уфа, 2008; Синтаксис простого предложения в современном русском языке. Теория, схемы и образцы анализа. М., 2010.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика