ВОРОБЬЁВ Владимир Иванович (28.9.1946, Ҡытаутамаҡҡ.), тренер. Шайбалы хоккей бса СССРҙың (1991), РСФСРҙың (1985) атҡ. тренеры, СССРҙың спорт мастеры (1974). БРҙың атҡ. физик культура хеҙмре (1998). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы командаһы өсөн уйнай (1969—75). “Шахтёр кубогы” халыҡара турниры еңеүсеһе (Польша, 1972). 1976 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОРы тренеры, өлкән тренеры, 1992—93 йй. “СалауатНовоил” командаһының баш тренеры, 1998 й. башлап 9сы СДЮСШОРҙың футбол бса уҡытыусытренеры (бөтәһе ләӨфө). 1994—98 йй. ЦСКА командаһының тренерселекционеры; 2001— 02 йй. “Локомотив” йәштәр командаһы (Ярославль ҡ.) тренеры. В. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОРыныңүҫмерҙәр командаһы СССР (1983), БДБ (1992) чемп., БАССРҙыңүҫмерҙәр йыйылма командаһы РСФСР халыҡтарыныңҡышҡы спартакиадаһы чемп. (1981), СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982) була. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.А.Бушмелёв, А.Л.Василевский, И.А.Кравчук, А.В.Семак, Р.Р. Хәйҙәров, Н.Л.Цулыгин, В.Р. Шәрифйәнов, ш. уҡ СССРҙыңһәм Рәсәйҙең 20нән ашыу спорт мастеры.

Әҙәб.: П а с к о н о в Н.Д. “Салават Юлаев”: победы, судьбы, надежды... Уфа, 2001.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика