ВАГИН Владимир Геннадьевич (27.9.1945, Чита ҡ.), тренер. Ауыр атлетика б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм-ре (2004). Силәбе физик культура ин-тын тамамлаған (1994). 1968—70 йй. “Локомотив” ДСО-һы, 1971 —75 йй. “Спартак” ДСО-һы (тренеры Б.М.Мосиевич) өсөн сығыш яһай. РСФСР чемпионаттарында өсбәйгелә РСФСР чемп. (1972), икебәйгелә көмөш (1973—74) һәм өсбәйгелә бронза (1970) призёры, ырғымда РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1971). 1968 й. алып — “Локомотив” ДСО-һы, 1971 й. — “Спартак” ДСО-һы, 1980 й. — ауыр атлетика б-са респ. СДЮСШОР-ы, 1990 й. — БР-ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1993 й. башлап 15-се СДЮСШОР тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.С.Мәүлитова, Э.А.Тюкин, Э.Р.Фәйзуллина, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры А.М.Сәйәхов, ш. уҡ 10 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м-н бүләкләнгән (2006).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика