ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы (20.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишбирҙе Руднигы ҡсб), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Баймаҡ мәктәп‑интернатында, 1970—76 йй. СДПИ‑ла эшләй; 1969 й. һәм 1976 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1988 й. — бүлек мөдире; 2000 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. әҙәби теле тарихына, башҡ. теле лексикаһын тасуирлауға, ш. уҡ диалектология мәсьәләләренә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986; Башҡорт теленең игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. Өфө, 2002; Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018