ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, берҙәм геол. структураға буйһонған тәбиғи газ ятыштары. Газ, газ һәм конденсат (ҡара: Газ конденсаты), газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарына бүленә. БР терр-яһында 27 Г.я. разведкаланған, уларҙың күбеһе Мораҡ депрессияһында һәм Йүрүҙән-Сылва депрессияһында урынлашҡан. Ятҡылыҡтар тектоник структураларға һәм рифлы тау тоҡомона тура килә. Коллекторҙарҙың йәше турней ярусынан аҫҡы пермгә тиклем. Ятыштар 1—4 км тәрәнлектә ята, газлы өлөштәренең ҡалынлығы 600 м етә, башланғыс ҡатлам баҫымы 40 МПа тиклем. Мораҡ депрессияһында Ермолаевка, Ҡунаҡбай, Муса, Прокопьев Г.я., газ һәм конденсатлыларҙан — Бөркөт, Исем, Ҡансыра, Һарытау, газ һәм нефть, нефть һәм газ ятҡылыҡтарынан Күмертау, Мораптал, Төньяҡ Ергән һ.б. асылған. Йүрүҙән-Сылва депрессияһында Апут, Мөслим, Яңыбай Г.я., Ҡыҙылбай, Мәтәле, Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ нефть һәм газ ятҡылыҡтары табылған. Апут, Күмертау, Мәтәле, Мораптал, Төньяҡ Ергән Г.я. файҙаланыла; бер нисә ятҡылыҡ тулыһынса эшкәртелеп бөткән, күбеһе ваҡытлыса туҡтатылған.

Әҙәб.: Геологическое строение и разработка нефтяных и газовых месторождений Башкортостана/ К.С.Баймухаметов [и др.]. Уфа, 1997.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика