ИЛЬИН Виктор Иванович (29.6.1962, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1990). “Буревестник” ДСО‑һы, Бөрө профсоюздары физкультура-спорт йәмғиәте ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.А.Красильников, Г.Б.Макаров, Г.А.Ширяева). Шәхси зачётта СССР һәм РСФСР чемп. (1982), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1986, 1988) һәм бронза (1981) призёры; команда зачётында СССР чемпионатының көмөш призёры (1988). Бөтә Рәсәй йәштәр уйындары еңеүсеһе (1981). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1983—86). 1988 й. алып һәм 2007 й. алып уҡ атыу б‑са СДЮШОР‑ҙың уҡытыусы-тренеры, 1992—2007 йй. 1‑се һәм 9‑сы урта мәктәптәрҙә (бөтәһе лә — Бөрө ҡ.) эшләй.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.