ИВАНОВА Светлана Викторовна (9.2.1960, Чита ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) шунда уҡ эшләй: 1992 й. башлап роман‑герман филологияһы ф‑ты деканы урынбаҫары, 2004 й. — инглиз филологияһы һәм мәҙәниәт‑ара коммуникациялар каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: инглиз теле материалында когнитив лингвистика, текст лингвистикаһы, лингвокультурология һәм прагматика. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Лингвокультурологический анализ прагматикона языковой личности. Уфа, 2004; Лингвокультурология и лингвокогнитология: сопряжение парадигм. Уфа, 2004; Лингвокультурология: проблемы, поиски, решения. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018