ЗӘЛЕЕВ Роберт Ғүмәр улы (13.2.1955, ТАССР‑ҙың Ҡыҙыл Яр а.), тренер. Самбо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2008), дзюдо б‑са СССР-ҙың спорт мастеры (1974). РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1976). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.; тренеры Ф.З.Өмөтбаев). Самбо б‑са РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1975); үҫмерҙәр араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1971). 1993 й. алып 1‑се ДЮСШ-ның уҡытыусы-тренеры (Октябрьский). Тәрбиәләнеүселәре араһында Т.Ф.Ғәлләмов, А.З.Садиҡов, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика