ЕФИМОВ Александр Анатольевич (21.10.1960, Ҡасим ҡ.), тренер. Пауэрлифтинг б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000), халыҡ-ара категориялы судья (2001). БР-ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2004). ӨАИ-ны (1983), Ҡурған юғары хәрби-сәйәси авиация уч-щеһын (1988) тамамлаған. 1990 й. алып БР-ҙың Спорт б‑са дәүләт ком‑ты эргәһендәге “Физкультура һәм сәләмәтлек” бәләкәй пр‑тиеһы дир., 1995 й. — “Ирбис” спорт клубы президенты, 2006 й. — БР-ҙың Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы начальнигы. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Е.Абрамова, Н.А.Асабин, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, ш. уҡ 20-нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. 1990 й. алып БР‑ҙың Пауэрлифтинг федерацияһы президенты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика