АВИАЦИЯ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, Өфөгә 1941 й. дек. эвакуацияланған Рыбинск авиация ин‑ты (1932 й. асылған) базаһында С.Орджоникидзе ис. ӨАИ булараҡ 1942 й. асыла. 1992 й. алып Өфө дәүләт авиация техник университеты. Ун‑т составына 8 ф‑т [авиация двигателдәре; авиация приборҙары төҙөү; авиацион-технологик системалар; ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау; информатика һәм робототехника; дөйөм ғилми; ӨМЭПБ (1942) эргәһендәге киске ф‑т, хәрби белем биреү]; 3 ин‑т (идара итеү, системалы анализ, робототехника һәм мехатроника проблемалары; иҡт. һәм идара итеү; инфокоммуникацион технологиялар); ғилми‑уҡытыу комплекстары: 5‑еһе РФА ин‑ттары м‑н, 2‑һе “Искра” ғилми конструкторлыҡ-технологик бюроһы м‑н берлектә; Күмертау (1977), Ишембай (1982), Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы (бөтәһе лә — 2003), Белорет (2005) ҡҡ. филиалдары; Авиация техникумы, 5 ҒТИ (авиацион технологиялар; компьютер тикшеренеүҙәре; материалдарҙы физик‑техник эшкәртеү, реновация һәм иретеп йәбештереү; Перспективалы материалдар физикаһы институты; триботехника һәм майлау; электрохимик эшкәртеү теорияһы һәм технологияһы проблемалары); Башҡ‑н төбәк яңы информацион технологиялар үҙәге; “Компьютерҙар һәм телекоммуникациялар” информацион-техник үҙәге; Төбәк тармаҡ-ара белгестәрҙең квалификацияһын һәм белемен күтәреү үҙәге, Өфө төбәк информатизация үҙәге; редакция‑нәшриәт комплексы инә. Китапханаһы, музейы, шифахана‑профилакторийы, “Ағиҙел” спорт‑һауыҡтырыу лагеры, “Авиатор” шифахана‑туристик базаһы бар. Ун‑т Инновациялы ғилмитехнологик парктың, авиацион технологиялар, “ХТЦ—УАИ”, инфокоммуникацион технологиялар технопарктарының база уҡыу йорто булып тора. ӨДАТУ эргәһендә 153‑сө лицей (1991) эшләй. Ун‑тты тамамлаусыларға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 26 йүнәлеш һәм 61 һөнәр б‑са алып барыла. 38 һөнәр б‑са аспирантура, 14 һөнәр б‑са докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ дисс. яҡлау б‑са 8 совет эшләй. Уҡытыусылар араһында 1 РФА акад., 20 БР ФА акад. һәм мөхбир ағзаһы, 198 фән д‑ры һәм 717 фән канд. бар (2010). Ун‑т хеҙм‑рҙәре тарафынан 5 меңдән ашыу уйлап табыу патентланған. Яҡынса 90 мең белгес әҙерләнгән. АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Ҡытай, Португалия, Швеция һ.б. ғилми‑тикшеренеү уч-реждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ун‑тта йыл һайын 80‑дән ашыу ғилми йыйынтыҡ, дәреслек һәм монография нәшер ителә; “Вестник УГАТУ” (“ӨДАТУ хәбәрҙәре”) ж., “Авиатор” гәз. сыға. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1982). Ректорҙары: И.П.Емелин (1943 й. алып), Р.Р.Мәүлитов (1961 й. алып), С.Т.Күсемов (1992 й. алып), М.Б.Ғөзәйеров (2003 й. алып), А.Н.Дегтярёв (ректор вазифаһын башҡарыусы; 2014 й. алып), Н.К.Криони (2015 й. алып).

Әҙәб.: Мавлютов Р.Р. Высшая школа глазами ректора. М., 1992.

М.Б.Ғөзәйеров

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке