ДЮПИНА Любовь Ивановна (28.5.1955, Чкалов өлк. Урыҫ Ҡондоҙо а.), спортсы. Саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) б-са СССР-ҙың спорт мастеры. БР-ҙың күренекле спортсыһы (1993). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы (тренерҙары Ф.М.Әбдрәхимов, П.К.Ямалиев), ДОСААФ-тың Башҡ‑н өлкә ком-ты (Өфө; тренеры М.З.Мөҙәрисов) тәрбиәләнеүсеһе. Спринтта (1982) һәм яңғыҙ ярышта (1983) СССР чемп., эстафетала СССР чемпионатының көмөш призёры (1983). Спринтта СССР ДОСААФ-ы чемп. (1983). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1981—84). 2002 й. алып биатлон б-са СДЮШОР-ҙың (Өфө) тренер‑уҡытыусыһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке