ДЕРКАЧ Василий Павлович (31.5.1954, Өфө – 4.1.2006, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1991). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1978). 1979—95 йй. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренеры. Д. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының үҫмерҙәр командаһы СССР беренселегенең бронза призёры (1986), “Магнус кап” халыҡ‑ара турнирының (Швеция, 1993) еңеүсеһе була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры С.Ю.Гомоляко.

А.А.Сухогузов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке