ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич (5.7.1970, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б-са  Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, Ф.С.Карюков). “Салауат Юлаев” (1987–95, 1998–99), “Северсталь” (Череповец ҡ., 1999–2001) хоккей клубтары һәм сит ил клубтары командалары өсөн уйнай. Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1992–93). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992–95).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018