ГУСЕВ Владимир Николаевич (4.7.1982, Горький өлк. Кудьма ст. ҡсб), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Түбәнге Новгород ҡ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Б.Сиднев). 1998 й. алып “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта донъя кубоктары этаптарында еңеүсе (2001—03), Рәсәй чемп. (2003, 2005, 2007—08, 2010), Европа чемпионатының бронза призёры (2003), күп көнлөк “Германия туры” (2006) һәм “Швейцария туры” (2007)  велосипед ярыштары этабында еңеүсе. Үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогын яулаусы һәм донъя чемпионатының көмөш призёры  (икеһе лә — 2000), Рәсәй чемп. (2000—02). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика