ГЛУХАРЁВ Василий Геннадиевич (15.4.1980, Октябрьский ҡ.), спортсы. Спорт ориентиры б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2004). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2009). 3-сө ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.; тренерҙары В.М.Лукьянов, Ю.М.Лукьянов, И.Г.Шешенин). Шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2001—08) һәм Бөтә донъя хәрби хеҙм‑рҙәрҙең ҡышҡы уйындарының бронза призёры (2010). Эстафетала донъя чемп. (2004) һәм Донъя Кубогын яулаусы (2003). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2000), Европа (2 тапҡыр, 2001) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (1999) һәм бронза (2000) призёры. Үҫмерҙәр араһында Европа чемп. (1998). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—08). 2007 й. алып СДЮСШОР‑ҙа (Төмән ҡ.) тренер-уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2008 й. башлап Төмән өлк. йыйылма командаһының баш тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика