ГИРКО Евгений Иванович (5.2.1936, БАССР‑ҙың Әлшәй р-ны Воздвиженка а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са СССР‑ҙың спорт мастеры (1960). “Уңыш” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе; 1960—70 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Б.И.Мосиевич). РСФСР чемп. (1960, 1962, 1963, 1966—69), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1963, 1967), СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1967), СССР чемпионатының бронза призёры (1962). Еңел ауырлыҡта донъя рекордсыһы (1961 й. — штанга күтәреүҙә). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1962—70).

Әҙәб.: Дизенко И.Е. Батыры земли башкирской. Уфа, 1983.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика