ҒИМАЕВ Ирек Фәрит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Һыуыҡҡул а.), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1985). “Салауат Юлаев” СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.М.Азаматов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1974—79), ЦСКА (1979—87) командаларында уйнай. 1987—91 йй. — Япония, 1991— 92 йй. Словения клубтары өсөн сығыш яһай. Донъя (1979, 1982—83), Европа (1979, 1982—83, 1985), СССР (1980—87) чемп., Европа (1979—86), Швеция (1980), Канада (1981), Париж (1984) чемпионаттары кубогын яулаусы. “Известия” (“Хәбәрҙәр”; 1981, 1984), “Ленинградская правда” (“Ленинград хәҡиҡәте”; 1977—78), “Руде право” (“Ҡыҙыл хоҡуҡ”; Чехословакия, 1983—84) гәз. приздарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1977). Үҫмерҙәр араһында Европа (1976) һәм СССР (1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—85). 2000—03 йй. ЦСКА- ла тренерлыҡ эшендә; 2006 й. алып Калининград өлк. һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2010 й. Спорт б‑са агентлыҡ етәксеһе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1982).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


Текст на русском языке   

 

Яндекс.Метрика