АВИАЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫ АГРЕГАТТАРЫ, авиация системаларының агрегатлау принцибы ярҙамында эшләнеүсе, бер‑береһен алмаштыра алыусы айырым ҡоролмалар рәүешендәге функциональ өлөштәре. Төп А.с.а. пилотаж‑навигация комплексы агрегаттары (ҡара: Авионика); фильтрҙар, форсункалар, оптик пирометрик үҙгәрткестәр, ионлаштырыусы ялҡын датчиктары (яғыулыҡ м‑н тәьмин итеү һәм энергия ҡоролмаһын көйләү системаһы); стартерҙар, ярҙамсы энергия ҡулайламалары, тоҡандырғыс система агрегаттары, электрик һәм гидромеханик автоматика агрегаттары (двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү системаһы) һ.б. инә. БР‑ҙа Ан‑24, Ан‑70, Ан‑74, Ан‑124, Ан‑224, Ан‑225, Ил‑114, МиГ‑29, Як‑42 самолёттары өсөн А.с.а. “Молния” ҒПП‑нда (тоҡандырыу агрегаттары һәм электрон идара итеү аппараттары, газ турбиналы двигателдәр өсөн оптик пирометрик үҙгәрткестәр һәм ионлаштырыусы ялҡын датчиктары); Өфө агрегат производство берекмәһендә (электр стартерҙары, тоҡандырыу агрегаттары, газ турбиналы двигателдәр өсөн электромеханик башҡарыусы механизмдар); Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә (авионика саралары), “Гидравлика” ФДУП‑ында һәм “Гидромеханика” КБ‑нда (фильтрҙар, ярҙамсы энергия ҡулайламалары) һ.б. уйлап табыла һәм етештерелә.

Әҙәб.: Раздолин М.В., Сурнов Д.Н. Агрегаты воздушно‑реактивных двигателей. М., 1973.

Г.Г.Куликов, В.С.Фатиков

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.