ҒАФФАРОВА Айгөл Зөфәр ҡыҙы (10.2.1976, БАССР‑ҙың Фёдоровка р-ны Әтәс а.), спортсы. Ауыр атлетика б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (2004). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры П.И.Никитин).1993—2004 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Икебәйгелә Рәсәй чемп. (1998, 2000, 2002), Рәсәй Кубоктарын яулаусы (1998, 2000), Европа (1995) һәм Рәсәй (2001, 2004) чемпионаттарының көмөш призёры, Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1998). Үҫмер спортсылар араһында донъя (1996) һәм Рәсәй (1997) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш призёры (1995, 1998). 75 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда Рәсәй рекордсыһы (2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—2004).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика