ҒАРИФУЛЛИН Илдар Илфат улы (27.5.1963, Өфө), спортсы. Саңғы буйынса икебәйге б-са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2006). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1994). “Хеҙмәт” ДСО‑һы (тренерҙары Н.Н.Безносов, А.М.Ҡурамшин), профсоюздарҙың физкультура-спорт йәмғиәте (Өфө; тренеры Ф.Ш.Закиров) тәрбиәләнеүсеһе. Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (1983), СССР кубоктарын яулаусы (1990—91), РСФСР чемп. (1986—87), донъя (1984) һәм СССР (1982—84) чемпионаттарының бронза призёры. Үҫмер спортсылар араһында СССР (1982)  һәм РСФСР (1982—83) чемпионы. Үҫмерҙәр араһында СССР беренселектәре еңеүсеһе (1979, 1981). Ветерандар араһында донъя чемп. (1994). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1984). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—91). 1994 й. алып саңғыла трамплиндан һикереү һәм саңғы б-са икебәйге СДЮШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, 2010 й. – 33-сө СДЮШОР дир. һәм бер үк ваҡытта БР йыйылма командаһының баш тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика