ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы [1.8.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Нәсибаш а. (БР-ҙың Салауат р‑ны)], тел белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филол. ф. д‑ры (1978), проф. (1985). РФ‑тың (1996) һәм ТАССР- ҙың (1989) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1954) Нәсибаш урта мәктәбе директоры. 1957 й. алып Ҡазанда эшләй: 1959 й. тиклем Татарстан китап нәшриәте мөхәррире; 1962 й. башлап ТР ФА Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт ин‑тының ғилми хеҙм‑ре, 1988 й. — тел ғилеме, 1991 й. —лексикология һәм лексикография бүлеге мөдире, 2007 й. алып баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге татар теленең грамматик төҙөлөшөн, лексикологияһын һәм лексикографияһын өйрәнеүгә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1994).

Хеҙм.: Способы действия глаголов в татарском языке. Казань, 2003; Современный татарский литературный язык: суффиксальное и фонетическое словообразование. Казань, 2005; Избранные статьи. Казань, 2010.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика