ҒӘҘИЕВ Риф Рифғәт улы (2.4.1964, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б-са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). “Нефтсе” (ауыр атлетика б-са тренеры Р.Р.Ғафаров), “Химик” (Б.Г.Лукьянов, Р.З.Сираев), “Ирбис” (пауэрлифтинг б-са тренеры Б.И.Шейко) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Европа (1998), Рәсәй (1991, 1995—97, 2002) чемп., донъя (2 тапҡыр, 1996; 1998), Европа (1995, 1997, 2002), Рәсәй (1990, 1995, 2004) чемпионаттарының, Рәсәй кубоктары (1996, 1998, 2001) көмөш призёры. Үтә ҙур ауырлыҡ категорияһында өсбәйгелә ятҡан килеш штанга күтәреү б-са Европа (1998) һәм Рәсәй (1997) рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2002). 2006 й. алып пауэрлифтинг б-са БР йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика