ВАСИЛЕВСКИЙ Андрей Леонидович (21.7.1966, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Воробьёв). “Салауат Юлаев” хоккей клубы өсөн уйнай (1983—89, 1999— 2001). Сурдлимпия уйындарының көмөш (2003) һәм бронза (2007) призёры. Үҫмерҙәр араһында СССР (1983), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемп., СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982). Ветерандар араһында донъя чемп. (2004), ишетеү б-са инвалид-спортсылар араһында Европа чемп. (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2002—07). 2005 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының тренер- уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2010 й. башлап “Толпар” йәштәр командаһы (Өфө) тренеры һәм Рәсәйҙең сурдлимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика