ИХСАН (Ихсанов) Әхтәм Сөләймән улы [16.12.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР-ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.9.1992, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡый (1933—35). 1929 й. алып “Башҡортостан йәштәре” гәз., 1930 й. — “Коммуна” гәз. (ҡара: “Кызыл таң”), 1932—33 йй. Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы хеҙм‑ре, 1937 й. алып “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире, 1942—45 йй. “Пионер” ж. мөхәррир урынбаҫары, 1947—68 йй. БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты, бер үк ваҡытта 1955—62 йй. “Башҡортостан ауыл хужалығы” ж. хеҙм‑ре. “Элеватор” ис. тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1930 й. сыға. “Хәйерле иртә” (1956), “Күккә бейеккә” (1962), “Минең шатлығым” (1968) шиғри йыйынтыҡтары, “Саҡма тояҡ аттарҙа” (1966) документаль повесы һ.б. авторы. В.Г.Губарев, а.И.Куприн, С.В.Михалков һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән.

Әҫәрҙ.: Ҡайын янында: шиғырҙар. Өфө, 1968.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018