ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы [6.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыманбаш а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.5.1983, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1949 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл‑Уңғар урта мәктәбендә уҡыта, 1951 й. — Башҡ‑н дәүләт нәшриәте мөхәррире, 1957—63 йй. (өҙөклөк м‑н) “Ағиҙел” ж. мөхәррир урынбаҫары, 1971—1977 йй. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. “Тәүге һынау” исемле тәүге китабы 1953 й. сыға. И. ижадына лиризм, романтик күтәренкелек, тел байлығы хас. “Алтынбикә” (1960), “Мөхәббәт менән осрашыу” (1968) китабына ингән әҫәрҙәренең, “Сыуаҡ көндәр” (1986) романының һ.б. төп темаһы — мөхәббәт, ергә һаҡсыл мөнәсәбәт, ауылда рух һәм мәҙәниәтте тергеҙеү. “Арыш башағы” (1970), “Ир‑егеткәй менән ат башы” (1973; яңы редакцияла “Артылыш”, 1979), “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” (1975) трилогияһында Башҡортостандағы Граждандар һуғышы ваҡиғалары сағылдырыла. Балалар өсөн “Тылсымлы ҡойроҡ тейен” (1965), “Батырҙар утрауы” (1967) һ.б. китаптар авторы. И. әҫәрҙәре молдаван, тажик, татар, эстон һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Башҡ. теленә Н.В.Гоголь, В.Г.Короленко, Н.Н.Носов һ.б. әҫәрҙәрен тәржемә иткән. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1970). Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Ҡырмыҫҡалы а. уның исеме м‑н урам аталған.

Әҫәрҙ.: Ҡышҡы йәйғор: роман, повесть, хикәйәләр. Өфө, 1978; Әҫәрҙәр; 2 томда. Өфө, 1988; Барыһы ла ерҙә ҡала: повестар, хикәйәләр. М., 1986.

Әҙәб.: Фәрит Иҫәнғолов //Яҙылмаған китап. Өфө, 1998.

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.