ИСХАҠОВ Гәрәй (Миңлегәрәй Усман улы; 25.11.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а. – 24.6.1997, Сибай ҡ.), драматург. Журналистар союзы (1972), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. 1952 й. алып Белорет р‑нында мәҙәниәт йорто мөдире, 1955—57 йй. Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1958 й. башлап Сибай драма театрының реж. ярҙамсыһы булып эшләй. 1962 й. алып Сибай ҡ. гәзит фотохәбәрсеһе, 1978 й. — «Башфото “Нур”» ПБ‑ның Сибай филиалы начальнигы. БР һәм РФ театрҙарында сәхнәләштерелгән “Һайра, һандуғасым!” муз. драмаһы, “Яралы яҙмыш”, “Аҫылташ”, “Етеле шәм” һ.б. драмалар авторы. Сибайҙа И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Аҫылташ: пьесалар. Өфө, 1996.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.