ИСКӘНДӘРИӘ (Юлдашева) Тамара Ишбулды ҡыҙы [10.6.1958, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2012). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан пионеры” гәз., 1990 й. алып “Йәшлек” гәз. (бүлек мөдире), 1992 й. — “Башҡортостан” ДТРК, 1996 й. — “Башҡортостан” гәз. (бүлек мөдире), 2002 й. — “Ватандаш” ж., 2007 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. (баш мөхәррир урынбаҫары) хеҙм‑ре, 2010 й. — “Аҡбуҙат” ж. дир.‑баш мөхәррире. “Тояҡтар йыры” (1987), “Ер менән Күк араһында” (1992), “Ете даръям” (1999), “Көн менән төн сиге” (2008), “Моң‑тәлгәш” (2013) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. И. шиғырҙарын Р.В.Паль, Ғ.Ғ. Шафиҡов һ.б. урыҫ теленә тәржемә ит- кән. Г.Гарсия Маркес һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. И. шиғырҙарына С.Ә.Низаметдинов һ.б. комп. йырҙар яҙған.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке