ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре; ирендәр ҡатнашлығы м‑н (иренләшеү; ирендәр түңәрәкләнә һәм бер аҙ алға һуҙыла) һәм ирендәр ҡатнашлығынан тыш (иренләшмәү) булған өҫтәмә артикуляция. Фонемаларҙы айырыусы билдәләр сифатында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә иренләшкән [о], [ө], [у], [ү] һәм иренләшмәгән [а], [ы], [ә], [э], [и] һуҙынҡылар айырыла (ҡара: Вокализм). И.һ.и. башҡорт теленең фонетик системаһының тарихи үҙгәрешендә күҙәтелә. [а], [ә] һуҙынҡылары һуҙынҡыларҙың ирен гармонияһына (ҡа- ра: Сингармонизм) һәм әйтелеш нормаларына (ҡара: Орфоэпия) ярашлы, 1‑се ижектәге [о], [ө] йоғонтоһонда 2‑се ижектә иренләшә, мәҫ.: “ҡорал” ҡ[о]р[а°]л, “һөнәр” һ[ө]н[ә°]р һ.б. Иренләшмәү үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә иренләшмәгән һуҙынҡылар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә йыш осрай, мәҫ.: “ведро” в[и]др[о] — “биҙрә” биҙр[ ә], “солома” с[^]л[о]ма — “һалам” һал[а]м, “комедия” к[^]м[э]дия — к[ә]мит һ.б.; ш. уҡ диалект һүҙҙәрендә (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары) күҙәтелә, сағ.: әҙәби телдә “мөхәббәт” — диалектта “мәхәббәт” м[ә]хәббәт, “суфый” с[у]ф[ы]й — “һыпы” һ[ы]пы һ.б.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке