ИЛЬИНА Елена (ысын исеме Прейс Лия Яковлевна; 16.6.1901, Воронеж губ. Острогожск ҡ. – 2.11.1964, Мәскәү), яҙыусы, тәржемәсе. “Был минең мәктәбем” (“Это моя школа”; 1955), “Арыу‑талыуҙы белмәҫ юлсы” (“Неутомимый путник”; 1964) повестары, балалар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәй. “Дүртенсе бейеклек” (“Четвёртая высота”; 1945) повесында башҡ. яугиры Ҡадир Хәбибуллин образы тыуҙырылған. “Йөҙҙән берәү” (“Один из ста”), “Урал һуғышсылары йыры” (“Песня бойцов Урала”) шиғырҙары һ.б. Башҡортостанға арналған. “Йөрәктә батырлыҡ менән” (“С отвагой в сердце”; 1942) китабына Ғ.Әмири, Б.Бикбай, Х.Кәрим, С.Кулибай, Р.Ниғмәти һ.б. башҡ. шағирҙарының И. урыҫ теленә тәржемә иткән шиғырҙары ингән. И. әҫ. башҡ. теленә С.Ҡудаш, М.Тажи тәржемә иткән.

   Әҫәрҙ.: Земля наша: стихи. Уфа, 1943.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке