ЗЕФИРОВ Василий С., яҙыусы. З. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт аҙ һаҡланған. Уның Дини семинарияла уҡытҡанлығы билдәле. “Оренбургские губернские ведомости” гәз. Башҡортостанға арналған әҙәби‑этнографик очерктар һәм хикәйәләрен баҫтыра: “Башҡортостанға ҡымыҙға барыу” (“Поездка в Башкирию на кумыс”; 1847), “Табынға сәфәр” (“Поездка в Табынск”; 1850), “Башҡорттоң ғаилә тормошона ҡараш” (“Взгляд на семейный быт башкирца”), “Шихан. Провинциаль турист хәтирәләренән” (“Шихан. Из воспоминаний провинциального туриста”; икеһе лә — 1851) һ.б. Үҙенең әҫәрҙәрендә З. край тәбиғәтен һүрәтләй, башҡорттарҙың холҡо, көнкүреше һәм традициялары т‑да һөйләй. Башҡ. риүәйәте нигеҙендә яҙылған “Башҡорт Йәнтүрә хикәйәләре. Француз яуы тураһында хәтирәләр” (“Рассказы башкирца Джантюри. Из воспоминаний о войне с французами”; 1847) әҫ. Ватан һуғышы (1812) ваҡытында башҡ. яугиры һәм уның ҡатынының батырлығы т‑да бәйән ителә.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1989.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика