ЗАЛЫГИН Сергей Павлович (23.11.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухаревский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а., — 19.4.2000, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1988). РФА акад. (1991), а.х. фәндәре канд. (1948). Омск а.х. ин‑тын тамамлаған (1939). 1970 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында уҡыта, 1986—98 йй. “Новый мир” (“Яңы донъя”) ж. баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. “Тоҙло япраҡ һуты” (“Солёная падь”; 1967), “Комиссия” (1975), “Дауылдан һуң” (“После бури”; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. “Экологик роман” (“Экологический роман”; 1993), “Һайлау ирке” (“Свобода выбора”; 1996) романдарында, “Фамилиялаштар” (“Однофамильцы”; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең соц.психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары м‑н һүрәтләнә. Урыҫ яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме б‑са эштәр авторы. СССР-ҙың Дәүләт пр. (1968), РФ Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге пр. (2000) лауреаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964), Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә.Р.Зайцева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика